Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Май 2022, 17:48

Таҡтаташ ҡуйылды

Бөйөк Ватан Һуғышында еңеүҙең 77 йыллығына арналған тантана саралары дауам итә.

Таҡтаташ ҡуйылды
Таҡтаташ ҡуйылды

Бөгөн Бирҙеғол ауылында ла 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Таҡтаташ Тау урамында йәшәгән Рәшидә Ибраһим ҡыҙы Хажинаның йортона урынлаштырылды. Был йорттан һуғышҡа өс ир-ат - Ибраһим Хажимөхәмәт улы һәм  улдары Зиннәтулла менән Абайтулла киткән.  Абайтулла Ибраһим улы ғына фронттан иҫән-һау ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ла һуғыштан һуң оҙаҡ йәшәргә насип булмай...

Бөгөн яу яланында һәләк булған яугирҙарҙы, фронтовик-ветерандарҙы ихтирам иткән, исемдәрен ҡәҙерләп, Тыуған иленең тарихи иҫтәлеген һаҡлаған ейән-ейәндәренең, балаларының булыуы ҡыуаныслы. Таҡтаташты ҡуйыуҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Хажиндар ғаиләһенең өлөшө ҙур. Тантаналы сарала ойоштороусылар, ҡунаҡтар, Инйәр ауыл хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштар ҡатнашты.   

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: