Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2022, 22:16

Әхмәрҙәр ҙә яҡташтарын иҫкә алды

Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа ла байрам тантаналары үтте. 7 май – Аҙналы, 8 май – Әзекәй һәм бөгөн Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында митингылар, “Үлемһеҙ полк” акциялары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары иҫтәләгенә ҡуйылған обелискыларға гөллөмәләр һалды, уларҙы иҫкә алды.

Әхмәрҙәр ҙә яҡташтарын иҫкә алды
Әхмәрҙәр ҙә яҡташтарын иҫкә алды

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында байрам тантанаһы “Хәтер” митингыһы менән башланды. Йыйылыусылар алдында ауыл аҡһаҡалы Фәрит Шәйәхмәтов, ағинәйҙәр етәксеһе Зилә Мөхәмәҙиева, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин телмәр тотто, ауыл имамы Рәмил Йомадилов аят уҡыны.

 Автоуҙыш 112-се Башҡорт атлы дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналды. Аттарҙа, мотоциклдарҙа, машиналарҙа хәрби кейем кейем кейгән ауылдаштар ауыл урамдарынан үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте, эҫе сәй эсте.

Байрам программаһы “Еңеү яҙы килә тыуған илгә” тип исемләнгән матур концерт менән тамамланды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: