Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май , 11:04

Радий Хәбиров Мәңгелек ут мемориалына сәскә һалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика етәкселеге Өфөләге Еңеү паркындағы Мәңгелек ут мемориаль комплексына сәскә гөлләмәһе һалды.  

Радий Хәбиров Мәңгелек ут мемориалына сәскә һалды
Радий Хәбиров Мәңгелек ут мемориалына сәскә һалды

Баш ҡалабыҙ Өфөләге Еңеү паркында тантаналы саралар уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика етәкселеге Өфөләге Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бағышланған мемориаль комплексҡа сәскә гөлләмәһе һалды. Бер минут тын ҡалып һуғышта баш һалған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар.

Радий Хәбиров тантанаға килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотланы.

Өфөләге Еңеү паркы 1947 йылда асыла һәм 1980 йылға тиклем “Нефтсе паркы” тип атала. 1980 йылда Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығына  Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросовҡа менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға һәйкәл асылғандан һуң уны Еңеү паркы тип атайҙар.

Фото glavarb.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в