Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
25 Февраль 2023, 16:23

«Шүлгән-fest» фестивале гөрләне

“Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей заповеднигы кубогына йәйәнән уҡ атыу буйынса республика турниры үтте.

 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡсылар турнирын ойоштороусыларҙың береһе Рәйес Низаметдинов фестивалдең һәм турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Уның фекеренсә, турнир дауамлы булырға тейеш.

- Бөрйән районы – республикабыҙҙың матур мөйөшө. Бында беҙ һәр ай һайын килергә әҙер. “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музей заповеднигы өсөн был турнир традицияға әйләнеп,  йәйен дә ойошторолһа, беҙ шат булыр инек. Музей заповеднигы етәкселеге музей комплексы аслыуының йыллығына беҙҙе йәнә йыйырға ниәтләй. Ул сараны  беҙ Рәсәй кимәлендә ойошторорға тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ, - тине ул үҙенең сығышында.

Шүлгәнташ кубогына эйә булыусы Баймаҡ мәргәне Ғәфүр Рахманғолов ике йылдан ашыу республика турнирында ҡатнашыуын белдерҙе.

Турнирҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында бишәр приз уйнатылды. Ғәфүр Рахманғоловтан башҡа  Тимур Өмөтбаев, Хөрмәт Таһиров, Сынбулат Юлбирҙин, Илдар Ишмуратов уңышҡа өлгәште. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында кубокты Әлиә Ишморатова яуланы. Призлы урындарҙа шулай уҡ Наилә Ишкилдина, Айгөл Ғәлиуллина, Лилиә Низаметдинова, Дина Вәлиева бар. Командалар араһында 1-се урында бөрйәндәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: