Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
10 Март 2023, 14:32

Ташлама нигеҙендә газ үткәреүгә кемдәр хоҡуҡлы?

2023 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн бирелгән сертификаттың суммаһы артты. Төбәктә йәшәгән граждандарҙың айырым категорияһына шәхси йорттарын ташлама нигеҙендә газға тоташтырыу процедураһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 октябрендәге 656-сы Ҡарарына ярашлы раҫланған. 2022 йылдың 6 декабрендә Ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер сертификат алыусыларға махус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өҫтәлде.

Ташлама нигеҙендә газ үткәреүгә кемдәр хоҡуҡлы?
Ташлама нигеҙендә газ үткәреүгә кемдәр хоҡуҡлы?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзалары:

- законлы никахта торған ҡатыны (ире);

- эшкә яраҡһыҙ йәшкә еткән ата-әсәһе (уллыҡҡа алыусылары);

- ата-әсәһе булмау сәбәпле, кәмендә өс йыл тәрбиәләгән эшкә яраҡһыҙ йәштәге өләсәй-олатайы;

- кәмендә биш йыл баҡҡан эшкә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;

- бәлиғ булмаған, бәлиғ булғанға тиклем инвалидлыҡ алған 18 йәштән өлкән һәм белем биреү ойошмаларында уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары.

Бынан тыш, сертификатты алыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзалары Рәсәй Федерацияһының гражданины булырға, Башҡортостан Республикаһы территорияһында даими йәшәргә, үҙҙәренең шәхси йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән кәмендә өс йыл бергә торорға тейеш.

Әүәлгесә үк, сертификатҡа килемдәре төбәктә билдәләнгән йән башына тәғәйен йәшәү минимумынан артмаған (12 650 һум) күп балалы ғаиләләр, инвалидтар йәки инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы.

Сертификат алғанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең мохтажлыҡ кимәле иҫәпкә алынмай.

2023 йылдың 1 ғинуарынан газ үткәреү өсөн бирелгән сертификаттың суммаһы 100 мең һумды тәшкил итә.

Сертификат шәхси йорттоң бер хужаһына ғына бирелә. Ғариза яҙыусы был хоҡуҡ менән бер тапҡыр ғына файҙалана ала.

Сертификат алыу йәһәтенән иҫәпкә тороу мәсьәләһе, ғариза нигеҙендә, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.

Ғаризаға ҡушып, түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:

- ғариза биреүсенең паспорты;

- хоҡуҡты раҫлаусы документтар (ташламаға хоҡуҡ тураһында танытма, инвалидлыҡты билдәләү буйынса белешмә, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы);

- шәхси йортҡа милек хоҡуғын раҫлаусы документтар;

- газға тоташтырыу йәһәтенән ғәмәлдәге килешеү;

- ғариза яҙыусының һәм уның ғаилә ағзаларының һуңғы өс айҙағы (мөрәжәғәт иткән айға тиклемге) килемен билдәләгән документтар (ғаилә ағзаларына бергә йәшәгән һәм уртаҡ хужалыҡ алып барған ир һәм ҡатын, уларҙың балалары, атай-әсәйҙәре, уллыҡҡа алғандар һәм уллыҡҡа алынғандар, ағай-энеләр, үгәй улдар һәм ҡыҙҙар инә);

- ғариза биреүсе менән бергә даими йәшәү урынында теркәлгән һәм хоҡуҡи нигеҙҙә ғаилә ағзалары булыуын раҫлаған документтар;

- ғаилә ағзаларының паспорттары.

Ғаризаны һәм документтарҙы Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалдары, Күп функциялы үҙәктәр аша тапшырырға мөмкин.

Ғариза биреүселәрҙең берҙәм исемлеге, иҫәпкә ҡуйылыу датаһы буйынса хронологик тәртиптә урынлаштырылып, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығына йүнәлтелә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сертификат алғандар эш башҡарыусыны үҙаллы билдәләп, килешеү төҙөй.

Шуныһы мөһим! Газ үткәреү, эштәрҙе башҡарыу тураһындағы өҫтәмә килешеүҙә сертификат реквизиттары һәм башҡарыусының иҫәбе тураһында мәғлүмәттәр булырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта, башҡарыусы сертификатҡа килешеүҙә күрһәтелгән реквизиттарҙы теркәп, ҡултамға һәм мисәт ҡуя, һуңынан сертификатты эйәһенә ҡайтара.

Газ үткәреү йәһәтенән түләүҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн сертификат алыусы түбәндәге документтарҙы туплай:

- паспорт;

- башҡарыусының билгеһе ҡуйылған сертификат;

- шәхси йортто газға тоташтырыу, эштәрҙе башҡарыу тураһында килешеү;

- газ бүлеү ойошмаһы һәм сертификат алыусының ҡултамғалары теркәлгән башҡарылған эштәр акты;

- ышаныс ҡағыҙы (әгәр ғариза биреүсе шәхсән мөрәжәғәт итмәгәндә).

Был документтарҙы идаралыҡҡа газ үткәргәндән алып 20 көн эсендә тапшырыу зарур. Быны түбәндәге ысулдар менән ғәмәлләштерергә мөмкин:

- Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығына шәхсән барып;

- Күп функциялы үҙәк филиалдары арҡылы.

Идаралыҡ сертификат буйынса түләүҙе ғәмәлгә ашырыу йә кире ҡағыу йәһәтенән ҡарар ҡабул итә. Шулай итеп, сертификат буйынса аҡса ғариза биреүсегә түгел, ә килешеү буйынса эш башҡарыусыларға күсерелә.

Онотмағыҙ: сертификат бирелгән көндән алып ике йыл ғәмәлдә тип иҫәпләнә.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: