9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Апреля 2023, 05:41

Еңеү парады репетициялары башланды

Башҡортостандың баш ҡалаһында 9 майҙы байрам итеүгә әҙерлек башланды. Кисә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда Еңеү парадының тәүге репетицияһы уҙҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеү парады репетициялары башландыЕңеү парады репетициялары башланды
Еңеү парады репетициялары башланды

Баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тантаналы сарала 20 парад расчетының ҡатнашыуы көтөлә. Шәхси составтан 1,5 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә.

Парад командующийы – хәрби комиссар урынбаҫары, полковник Рәмил Хәйретдинов, ҡабул итеүсе итеп Өфө территориаль гарнизоны начальнигы, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләнде.

Репетицияла хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский ҡатнашты. «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда күнекмәләр һәр кесаҙна ойошторола. Октябрь проспектында генераль репетициялар 4 һәм 6 майға билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-06/v-ufe-nachalis-repetitsii-parada-pobedy-3208847

 

 

Автор:Эльвира Хамзина