Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
28 Апрель 2023, 16:22

Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп

Ҡаланың 1-се мәктәбендә ошо мәктәптең элекке уҡыусыһы, “Ҡаһарманлыҡ” ордены кавалеры, Чечен Республикаһында Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса  һәләк булған яҡташыбыҙ – Владимир Пешкин исемендәге Герой партаһын асыуға арналған тантаналы митинг уҙҙы.

Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп
Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп

Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Айбулат Дәүләтбирҙин, ҡаланың "Юнармия" штабы етәксеһе Илнур Әхмәтшин, Геройҙың әсәһе Татьяна Пешкина, һеңлеләре Виктория Желнина менән Василиса, мәктәп директоры Андрей Портнов, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.
Кесе сержант Владимир Сергеевич 1975 йылдың 1 мартында донъяға килгән. 1-се мәктәптең XI класын тамамлағас, Белорет металлургия колледжына уҡырға инә. Уны тамамлау тураһында таныҡлыҡ алғандың икенсе көнөндә Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәре сафына алына. Пермь өлкәһенең Чайковский ҡалаһында хеҙмәт итә. Ошо уҡ өлкәнең Чернореченский ҡалаһында хәрби машиналарҙы йөрөтөү курсын үтә.
1994 йылдың 13 декабрендә Чечен Республикаһына Ҡораллы көстәр сафына алынып, республикала Конституция тәртибен тергеҙеү өсөн ебәрелә. 1994 йылдың декабрендәге ваҡиғаларҙа, 1995 йылда Грозный ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.
Ата-әсәһе – Евгений Дмитриевич менән Татьяна Ивановнаға улдары һәләк булыуы тураһындағы ҡайғылы хәбәрҙе 1995 йылдың 21 февралендә хәбәр итәләр...
- Бөгөн мәктәбебеҙҙә мөһим көн. Беҙҙең 80-гә яҡын "юнармия"сыларыбыҙ Владимир Пешкиндың исемен йөрөтә. Был парта өсөн яуаплы итеп 5-се “в” класы тәғәйенләнә һәм уның артында иң яҡшы уҡыусылар ултырасаҡ, - тине мәктәп директоры Андрей Борисович.
Илгиз Рәхимйән улы үҙ сығышында бөгөнгө көндә лә тыныс булмаған тормошта йәшәүебеҙҙе һәм илебеҙ именлеге өсөн үҙ ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған Геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡлығын телгә алды.
- Бындай герой парталары беҙҙең районда бөгөнгө көндә - 28 һәм киләсәктә лә был акцияны дауам итәсәкбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәре менән иҫәпләшкән ир-егеттәребеҙең һаны арта. Шуға күрә, беҙҙең төп бурысыбыҙ - улар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү һәм уларҙы онотмау. Ҡаһарманлыҡтарын, ҡыйыулыҡтарын үҫеп килгән быуын өсөн өлгө итеп ҡуйырға кәрәк, - тине Сулпан Мәүләүи ҡыҙы.
Герой партаһын тантаналы асыу хоҡуғы Геройҙың яҡындарына бирелде. Владимир Сергеевичты һәм барлыҡ яугирҙарҙы хәтерләп, бер минут тынлыҡ иғлан ителгәс, Герой партаһына беренсе тапҡыр ултырыу бәхете 5-се “в” класының "юнармия"сылары, уҡыу алдынғылары – Дамбровская Валерия менән Олег Кәлимуллинға бирелде.
Герой партаһы мәктәптең химия кабинетында урын алды һәм был класта уҡыусыларға илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләү маҡсатында батырлыҡ дәрестәре, Герой тураһында төрлө хәтер һәм ҡәҙер саралары үткәреү планлаштырыла. Уҡыусыларҙа, үҙҙәре белем алған мәктәптә ҡасандыр Рәсәй Геройы уҡыуы тураһында белеп, уның партаһын күреп, ғорурлыҡ хисе уянһын, батырҙарға ҡарата хөрмәт һәм ихтирам хисе тыуһын.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: