9 МАЙ. ХӘТЕР
6 Мая 2023, 18:39

Яугирҙың исеме мәңгеләштерелде

Хеҙмәттәштәре батыр яугирҙың исемен мәңгеләштерҙе.

Яугирҙың исеме мәңгеләштерелдеЯугирҙың исеме мәңгеләштерелде
Яугирҙың исеме мәңгеләштерелде

Тирлән ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Баш разведка идаралығы подполковнигы, "Ҡаһарманлыҡ өсөн" ордены кавалеры Альберт Кәримовҡа бюст асылды.

Район башлығы хәбәр итеүенсә, скульптураға аҡсаны батыр һалдаттың хеҙмәттәштәре йыйған. Ә уның класташтары һәм урындағы хакимиәт бюсты ҡуйырға ярҙам иткән.

- Геройҙың хәтерен ҡәҙерләүегеҙ өсөн хөрмәт итәм. Һәйкәл һалдаттың әсәһенең, яҡындарының һәм туғандарының йөрәген йылытыр тип ышанам. Ул киләсәк быуындарға илебеҙ тарихын, Ватаныбыҙ, тыныслыҡ өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын хәтерләтеп торор, - тип белдерҙе Андрей Иванюта.

 

Фолто: скриншот

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас