

33 мең Белорет кешеһе фронтҡа киткән. Шаңлы үткәндең дүрт шаһиты ғына ҡалды.
Ветерандар наградаларын күкрәктәренә тағып, үҙҙәре үк парадты ҡабул итте. Тантананы марш аҫтында байраҡ йөрөтөүселәр, 20-се мәктәп кадеттары, запастағы яугирҙарҙы берләштергән ойошма вәкилдәре, 1-се мәктәптең юнармейсылары, Белорет медицина колледжы студенттары ҡатнашты.
Беренселәрҙән булып парадты Үрге Әүжәндән Василий Федоров ҡабул итте. Ветеран 1926 йылда тыуған.
1944 йылда Алыҫ Көнсығыш сигенә хеҙмәткә алына, танкист-старшина була. 1945 йылдың август-сентябрендәге япон һуғышында Василий Андреевичтың хәрби часть танкылары Амур буйында оборонала тора.
Алты йылда рота старшинаһына тиклем үрләй. Орудие командиры була. Был турала уның “Яҡшы танкист” тигән билдәһе лә һөйләй. “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙал менән наградлана.
Хеҙмәттән һуң, тыуған Әүжәненә ҡайта. Оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы була.
Тормош иптәше менән өс ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Бөгөн ветерандың дүрт ейәне һәм ете бүләре бар. Бөгөн улар ҙа олатайҙарының ҡыуанысын бергә уртаҡлаштылар.
Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ!