Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Май 2023, 23:40

Еңеүҙең тере символы

Ветерандар араһында иң тулҡынландырғыс яҙмыш Ольга Андреевна Плохованыҡы. Уға быйыл 103 йәш тула.  

Еңеүҙең тере символы
Еңеүҙең тере символы

Ветеран Белорет медицина училищеһын тамамлап тормошҡа сыға. Ике аҙнанан һуң тормош иптәше Андрейҙы фронтҡа алалар. Бүтән уны бер ваҡытта ла күрергә насип булмай. Ике аҙна ғына ғаилә бәхете...
1943 йылда ул да фронтҡа юллана. Һуғыш йылдарында санитар эшелонда шәфҡәт туташы була.
Һуғыштан ҡайта. Андрейын һуғыштан көтөп ала алмай һәм бер ваҡытта ла яңынан тормош ҡормай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эшләй.

Еңеү байрамы менән, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: