Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Май 2023, 22:07

Хәтер: балалар, ейәндәр, бүләләр

1942 йылдың ноябрендә Сталинград эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙа совет һалдаттары һәм офицерҙары башын һала.

Хәтер: балалар, ейәндәр, бүләләр
Хәтер: балалар, ейәндәр, бүләләр

Алыштарҙа олатайыбыҙ Сөләймән Абдуллин хәбәрһеҙ юғала. “Хәтер” китабында ғына уның тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған.

Күп йылдар дауамында атайым Донец Сөләймән улы Азаматов ҡәҙерле кешеһе тураһында эҙләүҙәр алып бара. Атайым 1993 йылда вафат булды. Уға олатайым тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт табыу мөһим була. Ул тик атаһының  1939 йылда совет армияһы сафына алыныуын ғына белә. Хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған яғына әйләнеп ҡайта, өйләнә һәм һуғыш башланыу менән фронтҡа китә.

1941 йылдың декабрендә атайым тыуа. Олатайыма берҙән-бер улын күрергә насип булмай. Һуғыш быға ирек бирмәй.

Эҙләнеүҙәрҙе мин дауам итәм. Белорет китапханаларында эҙләнем, хәрби комиссариаттан һораштым, эҙәрмәндәр менән бәйләнешкә индем.

2019 йылдың майында “Мемориал” мәғлүмәттәр базаһында олатайымдың ерләнгән урыны күрһәтелгән. Волжк ҡалаһында хәрби комиссариат менән бәйләнешкә инеп, олатайыбыҙ тураһында яҙма булған урынды таптыҡ. Июль айында балаларым һәм туғандарым менән Волгоградҡа юлландыҡ.

Волгоград янында Волга йылғаһы аға, икенсе ярында Волжск ҡалаһы урынлашҡан. Ошо ҡалала туғандар ҡәбере урынлашҡан. Плиткала Сталинград өсөн алыштарҙа һәләк булған һалдат һәм офицерҙарҙың исемдәре яҙылған. Араларында олатайыбыҙ тураһында ла мәғлүмәт яҙылған.

Олатайыбыҙ Сөләймән Абдуллин ҡәберенә тыуған яҡ тупрағын һалдыҡ, батырҙар алдында баш эйҙек.

Беҙҙең киләсәк өсөн башын һалған батырҙар хәтеребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Гөлкәй АЗАМАТОВА (тормош иптәше Ринат Азаматов һөйләгәндәренән яҙып алды).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: