

Башҡортостан халҡы Башҡортостан юлдаш телеканалы, "Башҡортостан-24" һәм "Вся Уфа" каналдары аша Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан Өфө территориаль гарнизоны, Башҡортостан Республикаһындағы федераль башҡарма власть органдары территориаль органдарының хәрби хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар, уҡыу йорттары кадеттары ҡатнашлығындағы парадты ҡарай ала. Трансляция көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Ә киске сәғәт 7-лә тамашасылар тура эфирҙа республиканың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы "Көслөләр ваҡыты" тип аталған концерт программаһын ҡарай ала. Ул төнгө 11-ҙә байрам солюты менән тамамлана. Бынан тыш, көн дауамында телеканалдар эфирында республиканың төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ илдең башҡа ҡалаларынан байрам телемарафондары барасаҡ.