Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2023, 09:58

Ҡаһарман яугир

Беҙҙең Гөләйдә өләсәйҙең бер туған ҡустыһы Мөхәмәтйән Ирғәлин үтә лә ауыр тормош юлы үтеп, ябай крәҫтиән малайынан оло ихтирамға лайыҡ булырлыҡ дәрәжәгә етеп, үҙ көсө менән юғарылыҡтарға күтәрелә алған шәхестәрҙең береһе ине.

Ҡаһарман яугир
Ҡаһарман яугир

Ул 1912 йылда Учалы районы Ҡотой ауылында тыуып үҫә. Өс йәшендә әсәйҙән, ете йәшендә атайҙан ҡалып, үкһеҙ етемлектең әсе ғазаптарын татый. 1921 йылғы аслыҡта ағаһы Динислам ҡустыһы тере ҡалһын өсөн Белорет ҡалаһындағы балалар йортона алып килә. Әммә унда ла аслыҡ, балалар күпләп үлә. Ағаһы Мөхәмәтйәнде кире ауылға алып ҡайта. Яҙын Урал тауҙарынан һарына, төрлө үләндәр менән туҡланып, улар иҫән ҡала. Ауылда дүрт йыллыҡ мәктәпте тамамлап, 12 йәшендә 35 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡаҙаҡҡол ауылына уҡырға китә. Шул йылда комсомолға инә һәм тыуған ауылында бәләкәй генә комсомол ойошмаһының секретары итеп һайлана. Йәйен мал көтөп аҡса эшләй, ҡышын уҡыуын дауам итә. Һәр шәмбе ауылына икмәк алып китергә ҡайта. Утыҙ биш саҡрым юлды көҙөн-ҡышын алама ғына сарыҡ кейеп, йәйәү үтә. Яртылаш туңған бармаҡтары сарыҡ тишегенән күренеп тора. Ололар етем баланы йәлләп, хатта илар булғандар. Шулай туғыҙ класты тамамлап, ФЗУ-ға уҡырға инә. Һуңынан Свердловск металлургия техникумында белем ала. Артабан инде Белоретҡа ҡайтып, домна мейесе буйынса 35-се училищела уҡытып йөрөй. Бер аҙҙан уны «Металл өсөн» (хәҙерге «Урал») гәзитенең мөхәррире итеп ҡуялар. Йылдар үтеү менән Белорет партия райкомының бүлек мөдире итеп үрләтелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса ир-аттарҙы фронтҡа оҙатыу үҙәгенең начальнигы була. Бер нисә айҙан, 1943 йылдың майында, үҙ теләге менән ул да яуға китә. 64-се танкылар бригадаһы «ИС» ауыр танкыһының взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Ул саҡта бригада менән Советтар Союзы Геройы И. Бойко командалыҡ итә. Проскуровск-Черновицк хәрби операцияһындағы ҡаты һуғышта Мөхәмәтйән Ирғәлиндың танкыһы, артиллерия снаряды тейеп, сафтан сыға. Бындай хәлдәр бер мәртәбә генә булмай. Ҡаты һуғышта Германияның Шпрее йылғаһында һыуға ла бата, ялҡын ялмаған танк эсендә янып яралана. «Т-34» танкылары килә башлағас та, взвод командиры булып ҡала. Генерал Рыбалконың легендар Гвардия танкылар бригадаһы составында Белоруссияны, Польшаны, Чехословакияны, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Һуғыш бөткәс тә хәрби командование Мөхәмәтйән Ирғәлинға үтә лә яуаплы эш йөкмәтә. Германия урмандарында йәшенеп ҡалған фашистар әле күп була. Халыҡ уларҙан ҡурҡа, нисек йәшәргә белмәй. Һәм шул ваҡытта уны Лайсниг ҡалаһының хәрби коменданты итеп ҡуялар. Ул унда тәртип урынлаштыра, мародерҙар менән көрәшә.

1946 йылда яугир Белорет ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Унда ла офицерға хәрби эшелонды оҙатып барырға тигән задание бирәләр. Эшелон Берлиндан Свердловск ҡалаһына килә. Еңеү менән ҡайтып килгән совет һалдаттарын Свердловск хәрби комиссарына тапшыра. Юлда һалҡын тейҙереп, үпкә туберкулезы менән ауырып китә һәм биш йыл буйы яфалана. Әммә еңеп сыға, аяҡҡа баҫа. II төркөм инвалиды бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мөхәмәтйән Ирғәлин Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Берлинды алған өсөн» һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары менән наградлана.

Тормош дауам итә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Был ваҡытҡа инде партияның Белорет район комитетында икенсе секретарь булараҡ, һуғыш осоронда бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡтарҙы тергеҙеүгә ең һыҙғанып тотона. Белорет районына 40 йыл дауамында хеҙмәт итә, партия сафында 58 йыл ағза булып тора.

Ҡотой ауылы ҡыҙы Сания Ғиззәтуллина исемле һылыуға өйләнеп, Лилиә, Римма, Ира ҡыҙҙары тыуа. Сания апай уҡытыусы булып эшләй. Мөхәмәтйән Ирғәлин аҡыллы, ғәҙел, белемле етәксе була. Ағай-эне, туғандарын хөрмәт итә.Күптәргә уҡырға инергә ярҙамлаша.Тыуған илдең, дуҫлыҡтың, белемдең ҡәҙерен белә. Бер ҡасан да өлгәшелгәндәре менән маһаймай. Оҙон буйлы, бөхтә, абруйлы, шиғри күңелле, тәбиғәт яратҡан шәхес була. Тыуған ауылы Ҡотойға йыш ҡына ҡайтып йөрөй. Бигерәк тә ике район ҡушылған осорҙа,ул ваҡыттағы «Совет Башҡортостаны»гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе була. Хаҡлы ялға киткәнсе район халыҡ контроле комитеты рәйесе булып та эшләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарында тома һуҡыр ҡала. Шул саҡта ла махсус ҡулайлама ярҙамында хәтирәләр яҙа. Шиғырҙарын күбеһенсә әсәһенә арнай.

Тыныс тормоштағы хеҙмәте өсөн Мөхәмәтйән Ирғәлин «Почет билдәһе»ордены, «Ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн»,«В.И. Лениндың 100 йыллығы айҡанлы хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнә. Союз әһәмиәтендәге пенсия тәғәйенләнә. 1990 йылдың 15 июнендә һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәт йән Мөхәмәт улы Ирғәлин вафат була. Беҙ Мөхәмәтйән бабайыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Йөрәктәрҙә яҡты иҫтәлеген һаҡлайбыҙ.

Фәриҙә СИТДИҠОВА,

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Учалы районы, Ураҙ ауылы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: