Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2023, 16:37

Байрам митингыһы үтте

Еңеү көнөнә арналған бөгөнгө парадта Геройҙар Аллеяһы буйлап 500 –ләгән бала һәм ололар ветерандар, ҡунаҡтар һәм белореттар алдынан тантаналы үтте.

Байрам митингыһы үтте
Байрам митингыһы үтте

Бигерәк тә, парадҡа кадеттар, хәрби-патриотик отрядтар, ҡала махсус уҡыу йорттары студенттары йәм өҫтәне.

Парадтың рәсми өлөшөндә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, патриотик тәрбиә һорауҙары буйынса Башҡортостан Башлығы советнигы Валентин Солодовников, Белорет, Межгорье ҡалалары һәм Белорет, Бөрйән райондарының хәрби комиссары Айбулат Дәүләтбирҙин сығыш яһаны.

Шулай уҡ, 1947 йылдың 6 ноябрендәге СССР-ҙың Юғары Президиумы Указы менән Тыуған иле өсөн алыштарҙа ҡанын ҡойған, ҡаһарманлыҡ күрһәткән һәм объекттарҙы тергеҙеүҙә хеҙмәт күрһәткән өсөн Абдулла Хәсәнов “Хәрби хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Награданы батырҙың ҡыҙы – Йәмилә Мифтахова алды.

Республика Башлығы Валентин Солодовников “Ватан һаҡсыһы әсәһенә” тигән миҙалды Анфиса Леонтьеваға тапшырҙы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: