Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2023, 10:47

Ҡорал һәм ҡурай менән...

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын билдәләйбеҙ. Украина ерендә махсус хәрби операция бара. Донецк һәм Луганск ерҙәрен азат итеүҙә атайыбыҙ ҙа ҡатнашҡан.

Ҡорал һәм ҡурай менән...
Ҡорал һәм ҡурай менән...

Ул үҙ теләге менән 1941 йылда һуғышҡа киткән һәм был турала “Урал” гәзитенең 1975 йылдың 4 мартында сыҡҡан “Һуғыш йылдарында” тигән очеркында былай тип яҙылған:

“Йөҙәрләгән эшселәр һәм колхозсылар Тыуған илде һаҡлауға фронтҡа доброволец булып китергә әҙер булыуҙарын белдерҙеләр. Комсомолец Ҡорманаев: “Мин финдәргә ҡаршы һуғышта ҡатнаштым һәм дошмандан үс алғым килә. Фронтҡа доброволец булып китәм”. Уға эйәреп коммунист Әбшәрипов, колхозсы Шәрипов, комсомолецтәр Әпҡәдиров һәм Ямалетдинов (буласаҡ Советтар Союзы Геройы) фронтҡа ебәреүҙе һорап ғариза бирҙеләр. Бер нисә көндән һуң, Белорет станцияһынан поезд беренсе доброволецтәрҙе фронтҡа алып китте”.

Атайыбыҙ Шығай ауылында тыуып үҫкән. Үҙенең автобиографияһында ул былай тип яҙған: “Мин 1909 йылда ярлы ғаиләлә тыуғанмын. Атайым Ваһапов Әбшәрип (дөрөҫ исеме - Әбделшәрип) һәм әсәйем Ҡыҙбикә Көлмөхәмәт ҡыҙы байҙарға ялланып эшләгәндәр. Кәзәләренән башҡа малы булмаған. Атайым 1918 йылда үлеп китте, әсәйем алты бала менән яңғыҙ ҡалды. Мин 1919 йылда икенсе класты ташлап, Ломовка ауылына батрак булып ялландым. 1920 йылда Ятва, Әрүәк, Азапкин утарҙарына - тик ашау-эсеү өсөн генә”.

1921 йылда Башҡортостанда аслыҡ була. Беҙгә шул ваҡытты һөйләгәнендә ҡустыһы “әпәкәй, әпәкәй” тип үлеп киткәнен, әсәһе аслыҡтан үлем хәлендә ятҡанда, һуңғы кәзәһен салып ҡотҡарып ҡалдым тигәнен хәтерләйбеҙ.

Һуңынан көтөүсе булып йөрөгән, ә 1930 йылда колхозға яҙылған. Әҙерәк грамота белгәс “письмонос” булып эшләгән. Рус телендә уҡырға өйрәнеүен үҙенең яҙмаларында былай тигән: “Батрак булып йөрөгәндә рус теленә үҙ аллы өйрәндем. Урыҫ малайҙарынан хәрефтәрҙе һорайым (сикәгә һуғыуға ла күнә инем).

1928 йылда комсомол сафына алына. Һуңғараҡ педагогия курстарын үтеп, Рысыҡай мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй. Өфөлә Башҡортостан Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлап, Учалы райкомында хеҙмәт юлын үтә. 1939 йылда атайыбыҙҙы Шығай ауылына ауыл советы рәйесе итеп билдәләп ҡуялар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы сельсовет секретары була. Ә 1941 йылдың 5 июлендәге митингыла доброволец булып яҙыла. Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғас, 3 ноябрҙә уның составына инә һәм 45-се йылдың декабренә тиклем шунда хеҙмәт итә. Красноармеец книжкаһында яҙылыуынса, атайыбыҙ Вәхит Әбшәрипов санитар-инструктор булған, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Был турала архивта былай тип яҙылған: “Гвардии ст.сержант тов Абшарипов...за время боев дивизии с 14.04.45г. по 08.05.45 г. в районе севернее г. Берлина и по освобождению др. городов по 2-3 суток без отдыха не выходил из палаты, ни на минуту не оставлял раненых... обслужил 340 человек... не считаясь ничем, зачастую брался за носилки и производил разгрузку и погрузку раненых...”

Атайыбыҙҙың тағы ла бер һөнәре бар ине, ул ҡурайҙа шәп уйнай ине. Мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай ағай Ғәйнетдинов “Ҡурай һәм ҡурайсы” китабында ла уны иҫкә алған. Бөйөк Ватан һуғышында Польша ерендә музыкант ҡыҙ Стелла Смакульска менән танышып башҡорт көйҙәрен (“Ҡара урман”, “Ҡарабай”) нотаға һалдырған. Улар беҙҙә әле лә һаҡлана.

Кинола ла төшөргә өлгөргән атайыбыҙ. “Всадник на золотом коне” тигән фильмда ҡурайҙа уйнап ултыра. Өс көн 3-өшәр һум түләп төшөрҙөләр тигәйне ҡәҙерлебеҙ.

Бына шулай ярлы ғаиләлә тыуып үҫеп, үҙ көсө менән уҡырға өйрәнеп, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп кеше булып киткән һәм беҙгә этәргес, таяныс булған өсөн атайыбыҙ менән ныҡ ғорурланабыҙ. Рәхмәт һиңә, атай!

 Ғүмәр ӘБШӘРИПОВ.

Татлы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: