Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2023, 17:48

Йөрәкһенеп көткән Еңеү байрамын ҡаршы алдыҡ

Йөрәкһенеп, тулҡынланып көткән, Еңеү байрамының 78-се йыллығына арналған тантаналы байрам үтеп тә китте.

Йөрәкһенеп көткән Еңеү байрамын ҡаршы алдыҡ
Йөрәкһенеп көткән Еңеү байрамын ҡаршы алдыҡ

Бөйөк Ватан һуғышы батыры, ауылдашыбыҙ Әмирхан Харисовҡа бағышланған, изге йолаға әйләнгән эстафетанан һуң, халыҡ обелиск янына йыйылды.Тыл ветерандарына, һуғыш балаларына, әлеге ваҡытта ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт итеүсе ир-егеттәрҙең ғәиләләренә сәскәләр, күстәнәс таратылды. Ауылдың иң оло йәштәге ағай-апайҙарына Радий Хәбиров ҡотлау открыткалары ла ебәргән. Ветеран уҡытыусы Зәйнәп Ҡамалиева бик үҙенсәлекле, матур телмәр менән сығыш яһап, ауылдаштарын байрам менән ҡотланы, тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләп үтте. Шулай уҡ, ауыл хәкимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, ирҙәр ҡоро етәксеһе Рәфҡәт Нәжмитдинов һәм башҡалар телмәр тотто. Митингынан һуң ҙур булмаған концерт күрһәтелде. Бөтә бағыусыларға ла, байрамды ойоштороусыларға, алып барыусыларға ҙур рәхмәт!  

Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, барлыҡ ир-егеттәр иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар!

Байрам менән, ауылдаштар!

Әнисә Ғәзизова.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: