Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
11 Май 2023, 14:44

Ҡаһарманлыҡ дәресе уҙҙы

Бөйөк Еңеү көнө алдынан район эске эштәр бүлегендә йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡаһарманлыҡ дәресе ойошторолдо. Сарала патруль-пост хеҙмәтенең рота командиры, полиция подполковнигы Булат Ҡәйүмов, бүлектең ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, отставкалағы милиция полковнигы Александр Борисков һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ҡаһарманлыҡ дәресе уҙҙы
Ҡаһарманлыҡ дәресе уҙҙы

Тәү сиратта, полиция бүлегенә эшкә килгән йәш хеҙмәткәрҙәр тантаналы рәүештә ант ҡабул итте. Улар намыҫ менән граждандарҙың хоҡуғы һәм ирке һағында торорға, хәүефһеҙлек, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итергә вәғәҙәләне. Тәжрибәле хоҡуҡ һаҡсылары полиция хеҙмәткәрҙәренең яңы быуынын тәбрикләп, уларға хеҙмәт бурысын выждан һәм ғәҙеллек менән башҡарыуҙарын теләне.
Белорет полицияһы тарихы музейы етәксеһе Александр Борисков ҡунаҡтарға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында милицияның эше йәһәтенән лекция тыңларға тәҡдим итте. Ул мобилизация арҡылы һуғышҡа алынған милиционерҙарҙың яу юлы, тылда хоҡуҡ тәртибен тәьмин ҡылғандарҙың хеҙмәт шарттары, фронттан еңеү менән ҡайтып, милицияла хеҙмәтен дауам иткәндәрҙең намыҫлы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Һуғыш осороноң дәһшәтле һәм шул уҡ мәлдә дан тарихы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ҡаһарманлыҡ дәресе һуңында хеҙмәткәрҙәр иҫтәлеккә фото төшөп, артабан хеҙмәт бурыстарын үтәргә юлланды.

Гүзәл ДРОНОВА,

райондың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: