Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
13 Май 2023, 17:03

Таһир Кусимов исемендәге батальонды оҙатыу тантанаһы үтте

Өфөлә Таһир Кусимов исемендәге батальонды оҙатыу тантанаһы үтте. Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальон төбәктә булдырылған Башҡорт полкының икенсе подразделениеһы. 

Таһир Кусимов исемендәге батальонды оҙатыу тантанаһы үтте
Таһир Кусимов исемендәге батальонды оҙатыу тантанаһы үтте

Уның составына апрель аҙағында махсус хәрби операцияһына йүнәлгән Даян Мурзин исемендәге батальон да инәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекле батальонға барлыҡ республика халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яңы формалашҡан батальон генерал-майор Таһир Күсимовтың исемен йөрөтә. Таһир Тайып улы Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк командиры була. 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Геройҙың яҡташтары оло ғорурлыҡ менән яңы батальон хәрбиҙәрен оҙатырға килгән.

Фото: Республика башлығы сайтынан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: