Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
28 Июль 2023, 15:27

Ҡышҡылыҡҡа борщ һәм солянка

Ҡышҡыһын аш бешергәндә үҙең әҙерләгән йәшелсә банкалары һәләк йәтеш була. Борщ ябыр өсөн 3 кг помидор, 2 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 2 кг кишер, 1,5 кг ҡыяр, 1,5 кг һуған, 1-2 кг кәбеҫтә алына.

Ҡышҡылыҡҡа борщ һәм солянка
Ҡышҡылыҡҡа борщ һәм солянка

Бар йәшелсәне лә матурлап йыуып, ашҡа тураған кеүек турап, ун литрлы кәстрүлгә һалырға. Өҫтөнә 0,5 л көнбағыш майы, өс аш ҡалағы тоҙ, бер-ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо, самалап борос һалып бутарға ла ут өҫтөнә ҡуйырға. Даими рәүештә болғай-болғай ике сәғәт ҡайнатабыҙ. Бешергә 20 минут ҡала лавр япрағы өҫтәйбеҙ.

Әҙер эшләнмәне 700 грамлы стерилләнгән банкаларға һалабыҙ, өҫтөнә бер аш ҡалағы аш һеркәһе өҫтәп, ҡапҡас менән борабыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа солянка әҙерләргә булһа, ошо уҡ рецепт ҡулланыла, бары ҡыҙыл сөгөлдөр генә һалынмай.

Фото: novyefoto.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: