Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
1 Август 2023, 11:38

Путин Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты 2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Хөкүмәткә өс ай эсендә саралар планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә, тиелә документ тексында. Шулай уҡ Министрҙар кабинеты сит ил лидерҙарының ҡатнашыуын күҙ уңында тоторға һәм ветерандарҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу буйынса саралар күрергә тейеш.

Путин Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Илдең «Еңеү» ойоштороу комитетына байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса федераль башҡарма власть органдары, Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген координациялау бурысы ҡуйыла.

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына — тейешле сәйәси-дипломатик ярҙам күрһәтергә, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдарына байрам сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашырға ҡушылды.

Фото:mixmag.io

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: