Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
24 Август 2023, 15:47

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыу экспертиза тарафынан хупланған. 

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ

3,9 метр бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин исемендәге парктағы ике фонтан араһында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

«М. Ғ. Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлашасаҡ. Уның артында монументаль ҡоролма, Башҡортостан картаһы һәм Рәхимов ҡабул иткән Конституцияның тәүге бите ҡуйыласаҡ, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәләсәк», — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.

Фото: vysotarb.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: