Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
22 Март , 09:59

Герой менән бер партала

Ҡаланың 17-се гимназияһында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең Һауа-десант ғәскәрҙәре офицеры, гвардия капитаны Максим Рыбаков хөрмәтенә “Ватан батырҙары - Башҡортостан ғорурлығы” проекты сиктәрендә “Герой партаһы” асылды.

Герой менән  бер партала
Герой менән бер партала

Тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Егупов, Максим Радиковичтың яҡындары ҡатнашты.

Максим Рыбаков 1990 йылда Үрге Арша ҡасабаһында тыуған. 1992 йылда ғаилә Белоретҡа даими йәшәү урынына күсеп килә.

Максим I класҡа Нижнее селение биҫтәһенең 15-се мәктәбенә уҡырға бара. II-VIII кластарҙа 17-се гимназияла белем ала. Гимназияны тамамлағандан һуң Екатеринбургтағы Суворов хәрби училищеһына уҡырға инә, һуңынан армия генералы В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһында уҡый. Унда уҡығанда тормош иптәше Светлана менән таныша. Институтты тамамлағандан һуң, 2014 йылда ғаилә 331-се Гвардия парашют-десант Кострома полкына йүнәлтмә буйынса күсә.

Уҡыу һәм артабанғы хеҙмәте осоронда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған парадта бер нисә тапҡыр ҡатнаша. 2014 йылда Ҡырғыҙстанда, Сүриәлә, Заполярьела Украинала хеҙмәт итә. Өлкән лейтенант званиеһын Ҡырғыҙстанда ала.

“Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” , “Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.

2018 йылдан 9-сы парашют-десант ротаһы командиры Максим Радикович Сирия Ғәрәп Республикаһы территорияһында махсус һәм хәрби бурыстарҙы үтәүҙә туранан-тура ҡатнаша. I дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, III дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалдары менән наградлана.

2024 йылдың 2 февралендә алғы һыҙыҡта һәләк була...

Сара барышында Максим Рыбаков тураһында бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны, ул ҡыҫҡа, әммә сағыу тормош юлында тыуған иле өсөн бик күпте эшләүен, уны яҡларға, һаҡларға әҙер булыуы тураһында әйтелде. Әсәһе Елена Геннадьевна Андрей Ивановичҡа улының исемен мәңгеләштергәндәре, уның тураһында онотмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Герой партаһы”н асыу хоҡуғы геройҙың яҡындарына бирелде. “Рәсәй бөркөттәре” ойошмаһы ағзалары партаға сәскәләр һалғас, Максим Радикович һәм хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Унан һуң сараның иң төп мәле - парта артында ултырасаҡ уҡыусыларҙың исеме иғлан ителде. Тәүгеләрҙән булып герой партаһы артында ултырыу хоҡуғына III “а” класының уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре Степан Клыгин һәм Мария Казадаева эйә булды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: