Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
19 Апрель , 13:04

Ирекмәндәр Георгий таҫмаларын тарата башланы

Өфөлә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған «Георгий таҫмаһы» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы башланды.

Ирекмәндәр Георгий таҫмаларын тарата башланы
Ирекмәндәр Георгий таҫмаларын тарата башланы

Баш ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитетында белдереүҙәренсә, Георгий таҫмаһын ҡаланың һәр районында алырға мөмкин.

«9 майға тиклем әүҙемселәр ҡаланың төп урамдарында, парктарҙа һәм сауҙа үҙәктәре янында хәтер символын тарата», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.

Ирекмәндәр өфөләргә таҫманы нисек дөрөҫ тағып йөрөргә кәрәклеген дә аңлата. Уны йөрәк тәңгәленә генә тағырға рөхсәт ителә.

Георгий таҫмаһы — хәрби дан символы, еңеүселәрҙең ҡаһарманлығына хөрмәт билдәһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: