Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
17 Май , 16:54

Бер кем дә, бер нәмә лә онотмаған!

Рәсәйҙә ауыл ерҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙарға меңләгән обелиск ҡуйылған.  Бәләкәй ауылдарҙа ла батыр ауылдаштары  тураһында яҡты иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Бер кем дә, бер нәмә лә онотмаған!
Бер кем дә, бер нәмә лә онотмаған!

 Йыл һайын май көндәрендә ошо ауылдарҙағы мемориалдар Еңеү көнөнә арналған тантаналы сараларҙы үткәреү үҙәгенә әйләнә.

Йөйәк ауыл халҡы  Бөйөк Ватан һуғышына 72 улын оҙатҡан. Шуларҙың 28-е яу яланында ятып ҡалған, 44-е тыуған яҡтарына иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Архангел районы менән сиктәш  Ғәбдөктән 69 кеше яуға киткән. 40 яугир һәләк булған, 29-ы ғына әйләнеп ҡайта алған. Ике ауылда  ла яугирҙарға арналған обелискылар ҡуйылған. Йөйәктә – 18, Ғәбдөктә 13 золом ҡорбаны иҫәпләнә.

Һәр Еңеү яҙында Рәсәй Федерацияһының тимер юл транспортын һаҡлау ведомствоһының Өфө отряды Куйбышев тимер юлы филиалы (команда начальнигы – А.Рәхмәтуллин), Йөйәк ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре,  тимер юлында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Вәкил Йыһангиров яуҙа вафат булған атаһын Ғәбдөк ауылында булып, обелискыға гөлләмәләр һалды, яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.  

Автор:
Читайте нас: