Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
6 Июль , 21:07

Афарин, Каринэ Владимировна!

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбированың ҡурайҙа уйнаған видеояҙмаһына фекерен белдерҙе.  

Афарин,  Каринэ Владимировна!
Афарин, Каринэ Владимировна!

"Халыҡты белгең килһә, уның мәҙәниәтен өйрән тигәндәр. Халыҡҡа ҡарата ихтирам тойғоһоноң иң юғары билдәһе - уның традицияларын өйрәнеү.

Афарин, Каринэ Владимировна! Ысын башҡорт килене кеүек, милли кейем элементтары менән матур образда һәм шундай итеп ҡурайҙа уйнарға! Был ябай, шул уҡ ваҡытта ошондай ҡатмарлы музыка ҡоралында һәр кем дә шулай уйнай алмай бит.

Һоҡланам һәм хөрмәт итәм! Башҡорт халҡын хөрмәт иткәнегеҙгә, беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнгәнегеҙгә ҙур рәхмәт! Күптәргә үрнәк булды был сығышығыҙ", - тигән Әминә Ивний ҡыҙы, Каринэ Хәбированың ҡурайҙа уйнаған видеояҙмаһын үҙенең сәхифәһендә баҫтырып.

Сығанаҡ: https://vk.com/amina_shafikova

Фото: artshots.ru

Автор:
Читайте нас: