Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
25 Июль , 18:12

Мөмкинлектәр сикһеҙ

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүҙең бар ыҙаһын, яуаплылығын уның менән тәүлек әйләнәһенә бергә булған яҡындары ғына белә. Башлыса был йөкләмә әсә иңенә ята. Әлбиттә, үҙенсәлекле балаларҙы реабилитациялау, уларға белем-тәрбиә биреү йәһәтенән төрлө дәүләт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары етерлек. Ә бына йәш кешене үҙ аллы тормошҡа әҙерләгән, балаға ғына түгел, әсә кешегә лә йәмғиәттә үҙ урынын табырға, социалләшергә ярҙам иткәндәре юҡ кимәлдә. Ошо проблеманы күҙ уңында тотоп, үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән булдыҡлы әсәйҙәр - Елена Габайдуллина һәм Наталья Гуненкова Белоретта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр һәм өлкәндәр өсөн ышаныс вә ярҙам мөхите булдырыуға иреште. Кисә Тюленин, 14 адресы буйынса урынлашҡан “Феникс” мөмкинлектәр үҙәге тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен асты.

Мөмкинлектәр сикһеҙ
Мөмкинлектәр сикһеҙ

- Эшебеҙҙе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр өсөн хәүефһеҙ һәм дуҫтарса мөхит булдырған, уларҙы “өлкәндәр тормошо”на әҙерләгән көндөҙгө ял төркөмдәрен ойоштороуҙан башларға ниәтләйбеҙ. Беҙҙе рухландырып, ҡанатландырып тороусыбыҙ - Өфөлә ошондай уҡ ойошма булдырыуға ирешкән Людмила Сахапова. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе ҡулдарынан килгән хеҙмәт күнекмәләре менән тәьмин итеү мөһим - тегеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү, балсыҡтан һауыт-һаба яһау, балта оҫтаһы һәм башҡа һөнәрҙәр. Әҙер продукцияны һатып иһә килем алырға була.

Һуңғараҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр, өлкәндәр өсөн “күнекмә фатирҙар” (“тренировочные квартиры”) ойоштороу күҙаллана. Маҡсаты: реабилитация һәм тормошҡа социаль яраҡлашыу; инвалидтарҙың проблемаларына һәм ихтыяждарына йәмғиәттең толерантлылығын арттырыу. Беҙҙең ойошма бөгөн рәсми теркәлеү этабында. Шуға ла әлегә дәүләт ярҙамына өмөт итә алмайбыҙ. Әммә изге күңелле кешеләрҙең күплегенә, уларҙың рухи һәм матди ярҙамына ихлас ышанабыҙ, - ти ойошманы булдырыусыларҙың береһе Наталья Васильевна Гуненкова.  

“Феникс” мөмкинлектәр үҙәген асыу тантанаһына бик күп ҡунаҡтар йыйылды. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, урынбаҫары Евгений Пономарев, район-ҡала инвалидтар йәмғиәте рәйесе Сергей Андриянов, Ирина Реус, Алексей Гридневский һәм башҡалар ойошмаға изге теләктәрен еткерҙе, маҡсаттарының мөһимлеген, зарурилығын билдәләне.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: