9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Сентября 2024, 03:02

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды

Бөгөн, 8 сентябрҙә, Башҡортостанда республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды.

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө башландыБашҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа тауыш биреүҙең һуңғы көнө башланды

Төбәктә сәғәт 8-ҙә 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы асылды. Уларҙа киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 7 сентябрҙә киске сәғәт 8-гә ике көн эсендә һайлаусыларҙың 51,78 проценты тауыш биргән. Ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлмәгән, бөтә участка һайлау комиссиялары ғәҙәти режимда эшләгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54.

Бынан тыш, Башҡортостан һайлаусылары араһында "Рәхмәт" акцияһы сиктәрендә 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаға юлламалар уйнатыла.

Автор:
Читайте нас