Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Октябрь , 10:27

Авария хәлендәге торлаҡ күберәк булған муниципалитеттар аталды

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов республика Дәүләт Йыйылышының торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ултырышында авария хәлендәге торлаҡ күберәк булған ҡалаларҙы һәм райондарҙы әйтеп үтте.

Авария хәлендәге торлаҡ күберәк булған муниципалитеттар аталды
Авария хәлендәге торлаҡ күберәк булған муниципалитеттар аталды

Ведомство етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, исемлектә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай ҡалалары, Бөрө, Ҡалтасы, Шишмә, Ишембай, Благовещен һәм Белорет райондары бар. Авария хәлендәге торлаҡ фондының дөйөм майҙаны 302,5 меңдән ашыу квадрат метр тәшкил итә.

«Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2030 йылға тиклем республикала кәмендә 220 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡты бөтөрөргә кәрәк», — тип билдәләне Ковшов.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда 14,7 мең кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелә.

Автор:
Читайте нас: