Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
22 Октябрь , 17:29

1040 ғариза буйынса 50-шәр мең һум түләнгән

Башҡортостанда «Рекрут» программаһын тормошҡа ашырыу барышында 1040 ғариза буйынса 50-шәр мең һум түләнгән.

1040 ғариза буйынса 50-шәр мең һум түләнгән
1040 ғариза буйынса 50-шәр мең һум түләнгән

 Был хаҡта республиканың ДОСААФ ойошмаһы мәғлүмәттәренә һылтанма менән Горобзор мәғлүмәт-яңылыҡтар порталы хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ДОСААФ башланғысы менән быйыл 1 августан контракт буйынса хеҙмәткә йәлеп иткән ирекмәндәр бер тапҡыр 50 мең һум аҡса алырға мөмкин.

«Ошо осорҙа беҙгә 1619 мөрәжәғәт килде. 1040 ғариза буйынса аҡса түләнгән. Ҡалалар араһында Өфө беренсе урында тора — 333. Райондар араһында иһә Ишембай», — тип белдерҙеләр ойошмала.

«Рекрут» программаһы 2024 йылдың 31 октябренә тиклем эшләй. Унда ҡатнашыу өсөн ирекмән менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документтар тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә кәрәк. Контрактсы медицина комиссияһын үтеп, хеҙмәт итеү урынына килгәс, әүҙемсегә аҡса күсерелә. «Рекрут» проектына бәйле бөтә һорауҙар менән Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефоны: 122 йәки (347) 218-19-19.

Автор:
Читайте нас: