Вероника Валерьевна 1986 йылда тыуған. Магнитогорск дәүләт техник университетын "Экспертиза һәм күсемһеҙ милек менән идара итеү" һөнәре буйынса тамамлай, инженер квалификацияһын ала. 2021 йылдан Белорет хакимиәтендә эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә күләмле төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыуҙа уңышлы ҡатнаша, үҙ ҡалаһын ярата һәм уны үҫтереү буйынса проблемалар һәм бурыстар менән яҡшы таныш.
Шулай уҡ ҡала башлығы вазифаһына Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты Динислам Баймырҙин (Белорет ҡала филиалы) һәм Белорет районы хакимиәтенең торлаҡ сәйәсәте һәм муниципаль контроль бүлегенең муниципаль контроль секторы мөдире Никита Дёмин дәғүә итә ине.
Вероника Валерьевнаны яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлайбыҙ, командала уңышлы эшләүегеҙгә өмөт итәбеҙ һәм Белорет мәнфәғәте өсөн уңыштар теләйбеҙ!