Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
28 Октябрь 2024, 15:16

Рәсәй Геройы исеме бирелде

 Үрге Арша ҡасабаһынан капитан Максим Рыбаков үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо турала әйтте.

Рәсәй Геройы исеме бирелде
Рәсәй Геройы исеме бирелде

Махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир шулай уҡ ике «Батырлыҡ өсөн», «Алтын йондоҙ» миҙалдары, Батырлыҡ ордены һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

«Уның әсәһе ҡалды, уның менән үҙем осрашырмын», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: