Ғариза менән мөрәжәғәт ҡылыусы ике ҡатын-ҡыҙға кәрәҙле элемтә операторы булып мутлашыусылар шылтырата һәм сим-карталарының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу һылтауы менән уларҙың шәхси мәғлүмәттәрен үҙләштерә. Бәхеткә күрә, матди зыян килтерелмәй.
Ә бына Тимер юл ауылында йәшәгән 46 йәшлек ҡатын уяулығын юғалтып, үҙенә шылтыратҡан билдәһеҙ әҙәмдең хәйләһенә ышана - уға ла сим-картаһының ғәмәлдән сығыуын хәбәр итәләр. “Проблема”ны хәл итеү өсөн шылтыратыусы телефондың экранды күрһәтеү функцияһын ҡабыҙып, тәүҙә мессенджерҙарҙың береһенә, шунан “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинетҡа һәм банк ҡушымтаһына инергә ҡуша. Артабан ул телефонды 20 минутҡа ситкә алып ҡуйырға кәңәш итә. Әммә бер нисә сәғәттән һуң да гаджет менән ҡулланыу мөмкин булмай - уға бик ҡуйылған була. Шуға күрә телефонды завод көйләүҙәренә ҡайтарырға тура килә. Банк бүлексәһенә консутьтация артынан барған ҡатынҡайҙы йәнә бер “һөйөнсө” көтә - унда уның мутлашыусылар менән эш итеүен һәм тегеләре ҡатындың шәхси мәғлүмәттәре арҡылы кредит алып, сит иҫәпкә 77 мең һумдан ашыу аҡса күсереүҙәрен хәбәр итәләр.
180 мең һум аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡҡан 72 йәшлек пенсионерға ла билдәһеҙ номерҙан ир кеше шылтыратып, үҙен көс структуралары хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул тәү сиратта ҡорбанының банк иҫәбе булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһына. Ыңғай яуап алғас, пенсионерҙың аҡсаһы хәүеф аҫтында булыуы, уны кибер енәйәтселәр урларға маташыуы тураһында иҫкәртә. Ҡала кешеһенә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим иткәс, ул шунда уҡ ризалаша. Ә бындай "хәүефһеҙ" иҫәптәрҙең бөтөнләй булмауы күптән барыһына ла билдәле булырға тейеш тә бит... Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция иҫкәртә: шикле шылтыратыуҙар булғанда һөйләшеүҙе туҡтатыу йә трубканы алмау хәйерле. Әгәр ҙә икеләнһәгеҙ, мәғлүмәтте асыҡлау өсөн мобиль операторҙың йәки банктың рәсми сайттарында күрһәтелгән номер буйынса ярҙам хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк картаһы реквизиттарын бер кемгә лә бирмәгеҙ.
Гүзәл ДРОНОВА,
район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.