-2 °С
Болотло
«Водителдәргә тиҙлек режимын, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға кәңәш итәм», — тип яҙа республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Уның һүҙҙәренсә, тиҙерәк ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт, кемдәр алмаштырып өлгөрмәгән, Белорет районы йүнәлешендә юлға сыҡмау хәйерлерәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» водителдәргә ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт етеүе тураһында хәбәр иткәйне.