Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
30 Октябрь , 09:42

"Уҡыусыларҙың тәмәке менән мауығыуы борсолоу тыуҙыра"

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәсәй Хөкүмәтенең ыңғай баһаһын алған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тәмәке тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында федераль закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе. Был хаҡта Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

"Уҡыусыларҙың тәмәке менән мауығыуы борсолоу тыуҙыра"
"Уҡыусыларҙың тәмәке менән мауығыуы борсолоу тыуҙыра"

«Бәлиғ булмағандарҙың тәмәке менән мауығыуы йәштәрҙең һаулығы өсөн борсолоу тыуҙыра, — тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Мәғлүмәттәр буйынса, өлкән класс уҡыусыларының 60 процентҡа яҡыны тәмәке тарта».

Өлкән тәмәкеселәрҙең яртыһынан ашыуы беренсе тапҡыр тәмәкене мәктәптә тартып ҡараған.

«Шуға күрә балалар менән иҫкәртеү эшен көсәйтергә һәм мәктәптәрҙә, мәктәп яны биләмәһендә тәмәке тартыусыларға ҡарата ҡәтғи сара күрергә кәрәк», — тип өҫтәнеләр Дәүләт Йыйылышында.

Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим ителгән закон проекты башҡаса бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы икенсе төрлө квалификацияларға һәм күберәк штраф һалырға мөмкинлек бирергә тейеш - ғәмәлдәге 500-1500 һум урынына 2000-3000 һум.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-29/parlament-bashkirii-vnes-v-gosdumu-zakonoproekt-o-shtrafah-za-kurenie-v-shkolah-3987868

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: