Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Точилкин мәктәп коллективын иҫтәлекле дата менән тәбрикләп, йәш быуында эстетик зауыҡ, мәҙәнилек, рухиәт тәрбиәләгән уҡыу йортоноң район-ҡала өсөн әһәмиәтлелеген билдәләне. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова ла төбәктең мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән педагогтарҙың, талантлы уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сара мәктәп коллективы һәм уҡыусылар өсөн генә түгел, ә ҡаланың бөтә йәмәғәтселеге өсөн ысын сәнғәт байрамына әүерелде. Ҡунаҡтар күңел түрҙәрендә һаҡланған йылы хәтирәләре, мәктәп тарихына бәйле хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашты, изге теләктәр, иҫтәлекле бүләктәр өләште.
Балалар художество мәктәбендә хәтһеҙ йылдар хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәр иһә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, Республика мәғариф буйынса уҡыу-методик үҙәгенең, район хакимиәтенең, район мәғариф идаралығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланды.
Сара сиктәрендә ойошторолған ижади күргәҙмәләр, уҡыусыларҙың, һәүәҫкәр артистарҙың йырлы-моңло сығыштары байрамды уғата йәмләндереп ебәрҙе.