Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
14 Ноябрь 2024, 15:48

Ҡайҙа балалар күберәк тыуған?

Башҡортостан статистиктары 2023 йыл өсөн республика ҡалалары һәм райондары буйынса демографик күрһәткестәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Ҡайҙа балалар күберәк тыуған?
Ҡайҙа балалар күберәк тыуған?

Республиканың ҡала округтары араһында иң күп сабый Өфөлә тыуған – 10 226. Тыуым буйынса икенсе урында – Стәрлетамаҡ, былтыр унда 2322 сабый донъяға килгән. Өсөнсөлә – Нефтекама. Бында бер йылда 1429 бала тыуған.

Республиканың муниципаль райондарына килгәндә, былтыр Өфө районы тыуым буйынса лидер булды – 1184 бала. Ошо осорҙа Туймазыла – 1037, Белоретта – 938, Иглиндә – 731, Мәләүездә – 673, Ишембайҙа – 655, Баймаҡта 648 сабый донъяға килгән.

Башинформ хәбәр иткәнсә, уҙған йылда республикала 35 388 бала тыуған. 1000 кешегә иҫәпләгәндә тыуым күрһәткесе 8,7 тәшкил иткән.

Автор:
Читайте нас: