0 °С
Болотло
Уның сиктәрендә республикала йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенән.
18-23 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтергә һәм терапевт, гинеколог, эндокринолог, маммолог, дерматолог, психолог консультацияһын алырға мөмкин.
Республика медицина-генетика үҙәге, онкология диспансеры, перинаталь үҙәк табиптары Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Сибай, Күмертауҙың район һәм ҡала дауаханаларында күсмә консультациялар үткәрә.
Табиптарҙың эш графигы менән бында танышырға мөмкин.