0 °С
Ҡар
Был хаҡта дәүләт башлығы 15 ғинуарҙа Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.
Ветерандарҙан тыш, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, бәлиғ булған концлагерь тотҡондарына һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгән, оборона ҡоролмалары төҙөгән граждандарға 55 мең һум түләнә.
Президент шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәктең, ҡаланың йәки муниципалитеттың почетлы гражданы исемен биреү тураһында башланғысын хупланы.