Мәктәп яны интернаты тәрбиәләнеүселәре һәм технология уҡытыусыһы, тәрбиәсе Фирҙәүес Ҡунаҡҡол ҡыҙы Ғәлекәева ҡатнашлығында ойошторолған танып белеү сәғәтендә илебеҙ тарихының героик биттәренең береһе - ҡамауҙа ҡалған Ленинград ваҡиғалары, блокада көндәрендә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең тормошо бәйән ҡылынды. Китапханасы балаларға Ленинград халҡының өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар - аслыҡ һәм ҡаты һыуыҡтар, заводтарҙа ирҙәр менән бер рәттән эшләгән балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, совет һалдаттарының Ленинградты һаҡлауы һәм обороналауы, Ладога күле аша “Йәшәү юлы”ның һалыныуы, ҡаланың ҡәлғәгә әйләнеүе, кешеләрҙең көнитмеше, уҡыусыларҙың бомбанан һаҡланыу урындарында белем алыуы тураһында һөйләне.
Ленинград балаларының әсе яҙмышы уҡыусыларҙы айырата тетрәндерҙе. Бәләкәй генә ҡыҙҙың, Таня Савичеваның, тарихы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уның көндәлеге Бөйөк Ватан һуғышы символдарының береһенә әйләнә.
Сара барышында О. Бергольцтың әҫәренән өҙөктәр яңғыраны. Китапханасы балаларға 125 грамлыҡ икмәк киҫәген күрһәтеп, был норманың бер көнгә бирелгәнлегенә һәм блокада икмәгенең ондан ғына түгел, төпрәнән дә бешерелгәнлегенә диҡҡәт итте.
Осрашыу “Блокада икмәге” акцияһы менән тамамланды: һәр ҡатнашыусыға Ленинградта блокада осорондағы минималь норма - 125 грамм икмәк бирелде.
Ғинуар аҙағына тиклем китапханала "Блокада ҡаһарманлығын иҫкә төшөрәйек" атамалы иллюстрациялы китап күргәҙмәһе эшләй. Уҡыусылар иғтибарына тарихи, документаль һәм нәфис әҙәбиәт тәҡдим ителә.
Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА,
Шығай ауылы китапханасыһы.