Ҡатай ырыуы йәштәре башланғысы менән “Атайсал” проекты арҡылы ғәмәлләшкән мәҙәни сарала хөрмәтле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Ранис Алтынбаев, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Миләүшә Сәлмәнова, Сермән ауылы хакимиәте башлығы Сажиҙә Низаметдинова, Сермән ауылы Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Хәкимйән Хәйретдинов, Шығай ауылы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов һәм башҡалар ҡатнашты.
2019 йылдан алып даими уҙғарылып килгән һәм ауылдан ауылға тапшырылған концерт-эстафета Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы тарафынан әҙерләнгән театрлаштырылған тамашанан башланды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ябай халыҡ иңенә төшкән ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар, рух һәм ихтыяр көсө, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары төрлө образдар, шул осорҙа ижад ителгән хәрби-патриотик йырҙар, бейеүҙәр, декламация арҡылы ап-асыҡ күҙ алдына баҫҡандай булды. Немец илбаҫарҙарын ҡыйратҡан атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығын мәңгеләштергән “Үлемһеҙ полк” акцияһы ла сәхнәлә сағылыш тапты.
Сараның икенсе өлөшө ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ вә берҙәмлек байрамына әүерелде. Райондың иң әүҙем, дәртле ижади коллективтары, һәүәҫкәр артистар, сәнғәт донъяһында танылыу яулаған арҙаҡлы яҡташтар тамашасыға бай йөкмәткеле концерт программаһын тәҡдим итте. Межгорье ҡалаһының “Ҡатай” ирҙәр вокаль ансамбле, Хөсәйен ауылының “Аҡ нур” дуэты, Үткәл ауылының “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбле, Ҡоҙғон-Әхмәрҙең “Наза” фольклор коллективы сығыштары, Илнур Әхмәтшин (Аҙналы), Дилбәр Ғиззәтуллина (Әзекәй), Юныс Фәтҡуллин (Ҡоҙғон-Әхмәр), Нурзилә Ишморатова, Айгөл Килмөхәмәтова (Сермән), Өфө ҡунаҡтары - Ринат Ғайсин, аталы-уллы Рамазан һәм Ранис Алтынбаевтар, Рөстәм Миһранов башҡарған йырҙар, талантлы музыкант Ирек Иҫәнғужиндың саксофон моңдары, Лилиә Сибәғәтованың “Заһиҙә” бейеүе көслө алҡыштарға күмелде. Һәр сығыш яһаусыға, шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә уғата әүҙем райондаштарға сараның ойоштороу комитетының Рәхмәт хаттары, бүләктәре тапшырылды.
Ә инде Ранис Алтынбаевтың Шығай ауылы ир-егете Айнур Әмиров тарафынан махсус хәрби операцияла батырҙарса баш һалған бер туған ҡустыһы Нур Әмиров иҫтәлегенә ижад ителгән “Ап-аҡ ҡарҙар” йырын башҡарыуы кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр, моғайын.
Концерт-эстафетаның йәнә бер һөйөнөслө ваҡиғаһы - райондың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Шығай ауылы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдинов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының иң юғары баһаһы - “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән наградланды. Әйткәндәй, ғүмере буйы халҡы мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Үткәл ауылы уҙаманы күптән түгел үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Байрам концерты Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына ҡарата ижад ителгән иң уникаль композицияларҙың береһе - “Еңеү көнө” (“День Победы”) йыры менән тамамланды. Илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә Ватаныбыҙҙың ҡаһарманлығын данлаған, дуҫлыҡты, берҙәмлекте нығытҡан мәҙәни эстафета тантаналы рәүештә Сермән ауылына тапшырылды.