Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Май 2025, 16:47

Батыр рухын данланылар

Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын ҡаршылап, утлы мәхшәр эсенә 121 ир-аҙаматын оҙатҡан Шығай ауылында Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың  иҫтәлегенә 34-се традицион еңел атлетика эстафетаһы уҙҙы. 

Батыр рухын данланылар
Батыр рухын данланылар

 Тантаналы митингыла Шығай ауылы хакимиәте башлығы Миләүшә Сәлмәнова, район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Михаил Посаженников, Шығай ауылы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов, ветеран-уҡытыусы Нәҙерғәле Аҫылғужин, Сермән ауылы хакимиәтенең Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе урынбаҫары Ғәфәр Ғәлиуллин ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән атай-олатайҙарҙың, тыл ветерандарының ҡаһарманлығын, Еңеү хаҡын данланы, ауыл халҡына, йәш спортсыларға изге теләктәрен еткерҙе.

Митинг һуңында, ғәҙәттәгесә, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәргә веноктар һалынды.

Артабан иһә район еңел атлетика эстафетаһының төп хөкөмдары - Рөстәм Йомағужиндың фарманы менән ярышыусылар этаптарға юлланды. Уҙыш йылдағыса көсөргәнешле барҙы.

Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, төп белем биреү мәктәптәре араһында Сосновка - I, Боғанаҡ - II, Исмаҡай мәктәбе III урын яуланы. Урта мәктәптәр араһында Инйәр ауылының 1-се мәктәбе - I , Тимер юл ауылы мәктәбе - II , Сермән мәктәбе III урын менән баһаланды. Ҡала командалары араһында 17-се гимназия - I, Белорет педагогия колледжының 1-се командаһы - II, Белорет педагогия колледжының 2-се командаһы III урынға лайыҡ булды.   

Командаларын алғы һыҙатҡа сығарған тәүге этаптың көслө еңел атлеттары - Илдан Хәсәнов (Боғанаҡ мәктәбе), Артем Колчанов (Инйәр мәктәбе), Олег Пермяков та (17-се гимназия) беренсе урындар менән билдәләнделәр.

Иң яҡшы тренерҙар тип Ғәлим Баһауетдинов (Сосновка мәктәбе), Вәли Шәрипов (Инйәр мәктәбе), Гөлсирә Гневнова (17-се гимназия) нарыҡланды.

 Барлыҡ еңеүселәр Почет грамоталары, миҙалдар һәм Кубоктар менән бүләкләнде.

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың һәм башҡа яугирҙарҙың батырлығын данлаған традицион еңел атлетика эстафетаһы йылдағыса рухи күтәренкелек, сәм һәм ғорурлыҡ менән уҙҙы. 

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас