Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Май 2025, 12:11

Еңеүгә өмөт символы

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү алдынан ҡаланың Металлургтар майҙанында алтынсы тапҡыр рәттән халыҡ-ара “Еңеү вальсы” акцияһы үтте.

Еңеүгә өмөт символы
Еңеүгә өмөт символы

Вальста ҡатнашҡан парҙар, акцияны ойоштороусылар -  ҡала Мәҙәниәт һарайының “Жар-птица” спорт-бал бейеү клубы етәкселәре Олеся һәм Ирек Сиражетдиновтар менән  әҙерлекте апрель аҙаҡтарында башланы һәм 5 майҙа генераль репетицияға йыйылды.

Майҙанда “Май вальсы”, “Синий платочек”, “В лесу прифронтовом”, “На сопках Маньчжурии”, “Севастопольский вальс”, “В городском саду” кеүек композициялар һәм әлбиттә, бөтәһе лә яратҡан “Еңеү көнө” йыры яңғыраны.

- Быйылғы йылда беҙҙең акцияла ҡала мәктәптәре, гимназиялары, колледждар, Металлургия комбинаты ветерандары, район-ҡала халҡы һәм 7 коллектив ҡатнашты. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл ҡала Мәҙәниәт һарайы коллективтары концерты стилендә эшләмәнек һәм халыҡтың күберәк йәлеп итергә тырыштыҡ. Акцияла 500-гә яҡын кеше ҡатнашыуы маҡсатыбыҙға ирештек тигән һүҙ. “Еңеү вальсы” йылы, күңелле мөхиттә үтте, быға һауа торошоноң ҡояшлы, аяҙ булыуы ла йоғонто яһаны. Акцияла ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Ирек Рим улы.

Һуғыш йылдары - ул һағыш һәм айырылышыу, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ, теләктәшлек һәм ышаныс осоро... Һуғыш ҡорбандары, совет халҡының батырлығы тураһында иҫтәлек һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Беҙ тыныслыҡты һәм азатлыҡты яҡлаусыларҙы, киләсәгебеҙ өсөн көрәшеүселәрҙе хөрмәт итәбеҙ. Бөгөн, махсус хәрби операция барған осорҙа “Еңеү вальсы” - ул илебеҙҙең нацизмға ҡаршы көрәштә дошманды еңеренә өмөт символы ла булып тора.

Рәсимә СӘЛИХОВА.

Наил ШАКИРОВ фотоһы.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас