Олатайым 1928 йылдың 20 сентябрендә Сермән ауылында тыуған. Бик теләһә лә, IV кластан ары уҡырға насип булмай уға, һуғыш ҡамасаулай. 1939 йылда, дүрт баланы ярым етем итеп, әсәләре вафат була. Өлкән ағаһын, 1925 йылғы Заһретдинды, Белореттағы һөнәрселек училищеһына - ФЗО-ға алып китәләр. Һуғыш мәлендә ул да заводта тир түгә. Олатай иһә атаһы Илһаметдин Низаметдинов менән бергә урманға эшкә йөрөһә, Мәрйәм һеңлеһе (1931 йылғы) менән Зәйнулла ҡустыһы (1933) үҙҙәре генә донъя көтә.
Үтә ауыр, ҡаҡшатҡыс хеҙмәт була ул. “Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылды. Ике һаплы бысҡы, йәйә бысҡы, балта ярҙамында урман йығып, эшкәртеп, төпһәләрҙе төпләй инек”, - тип иҫләр ине олатай.
Ҡышҡыһын да эш туҡтамай. Буйға бәләкәй, арыҡ ҡына үҫмерҙәр, әсе һыуыҡмы, буранмы, бил тиңенән ҡар кисеп, ағас әҙерләүҙе дауам итәләр. Хәйер, кем ҡулына балта, багор тота ала, барыһы ла һеперелеп эшкә егелә. Бүрәнәләрҙе аттар ярҙамында ташып, яҙғыһын йылға буйлап һалдарҙа ағыҙалар. Ағас ағыҙыу ҙа үтә хәүефле була - һыуға ҡолағандар, ике бүрәнә араһында ҡалып, аяҡ-ҡулдарын һындырғандар. Ҡайҙа ла оҫоллоҡ, етеҙлек, һаҡлыҡ талап ителгән. Ә эш күләме иһә өлкәндәрҙеке кеүек булған. Әгәр норманы тейешенсә үтәмәйһең икән, тимәк, бер көнгә тәғәйен 600 грамм икмәкте лә тулыһынса ала алмайһың.
“Ҡайҙа ҡарама, аслыҡ, яланғаслыҡ. Ашау яғы шул ҡәҙәр наҡыҫ - бер нисә кешегә бүлгеләнгән паек йән сыҡмаҫлыҡ ҡына. Ни рәтле кейем юҡ - урман эшенә лә сабата кейеп йөрөнөк. Мин үҙем дә сабата үрергә өйрәндем. Уныһы йәһәт туҙа, бер айға ла етмәй. Һыуыҡтар башланһа, айырыуса ауыр. Алам-һолам өҫ кейеме, бейәләй урынына - өйҙә табылған иҫке-моҫҡо сепрәк. Урмандан лыс һыу булып ҡайтып инәһең дә, мейес яғып, өйҙө йылытырға керешәһең. Утын булмаһа, ҡоро-һары йыйырға тип, тағы сығып китәһең. Койкалар юҡ - һыуыҡ иҙәнгә түшәлгән һайғау өҫтөнә еүеш кейемеңде һалып, йоҡларға ятаһың. Һалҡын өйҙә ни ябыҡ ҡына үҫмер аҫтына түшәлгән кейем нисек кипһен инде, иртәнсәк йәнә ошо дымлы әйберҙәрҙе эләктереп, эшкә юлланаһың...” Быларҙы һөйләгән саҡта олатайҙың күҙҙәренә йәштәр төйөлөр ине...
Ағас йығыуҙа ул 1951 йылдың ғинуарына тиклем эшләй. Һуғыштан һуң ил ҡеүәтен тергеҙеү, сәнәғәтте күтәреү ҙә тап улар иңенә төшә. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хеҙмәт ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге өсөн олатайыбыҙ 1947 йылдың 22 майында “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградлана.
Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Сәйетмырҙа Илһаметдин улы оҙаҡ йылдар райондың “Сельхозтехника” бүлегендә эшләй. Егәрле, тырыш ҡына түгел, алтын ҡуллы балта оҫтаһы булған ул, нимәгә генә тотонмаһын, бөтә эш ҡулынан килгән: тәҙрә рамдарын да эшләгән, мейесен дә сығарған, техниканы ла ремонтлаған. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған хеҙмәт ветеранының фотоһүрәте заманында “Райсельхозтехника”ның Почет таҡтаһынан төшмәгән.
Кешеләргә ҡарата ярҙамсыллығы, ихласлығы өсөн дә ауыл халҡы ихтирам итте үҙен. Өләсәйебеҙ Сәхибә Сәйфулла ҡыҙы менән ҡулға ҡул тотоношоп, 54 йыл татыу ғүмер иттеләр, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балаларының барыһы ла тормошта үҙ урындарын табып, башлы-күҙле булып, лайыҡлы ғүмер кисерәләр.
Һәм бына, Бөйөк Еңеүҙең 80 йылығын билдәләгән иҫтәлекле көндәрҙә, беҙ, ейән-ейәнсәрҙәр, тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте арҡылы илебеҙҙең ҡеүәтен арттырған, Еңеүҙе яҡынайтҡан олатайыбыҙ Сәйетмырҙа Низаметдинов өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисереп, уға ошо тарих, бөгөнгөбөҙ өсөн олуғ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Арабыҙҙан китһә лә, уның тураһында йылы хәтирәләр һәммәбеҙҙең йөрәгендә һаҡлана.
Розалия ШИҺАПОВА,
“Ынйыҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Белорет ҡалаһы.