Был участкала оҙаҡ йылдар урам яҡтыртҡыстары булманы. Бынан “Пятёрочка” магазинына, “Oзон”, “Вайлдберриз” пункттарына бик күп йәйәүлеләр үтә. Балаларға ла хоккей майҙансығына ошо яҡтыртылмаған участка буйлап барырға кәрәк. Ә бит был урам аша күп кенә автоһәүәҫкәрҙәр күрше ауыл һәм райондарға ашыға!
Тәү сиратта, ҡараңғы участка буйлап йөрөргә мәжбүр булған йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләп, беҙгә әлеге проектты мотлаҡ рәүештә тормошҡа ашырырға кәрәк!
Ғөмүмән, Сермән ауылы халҡы үҙҙәренең берҙәмлеге, дәррәүлеге, булдыҡлылығы менән айырылып тора. Районда ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ! Ауылыбыҙҙы күркәмләндергән, кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән мөһим проектты ғәмәлләштереүҙе лә урындағы халыҡ дәррәү элеп алыр, матди йәһәттән дә ярҙам итер, тигән ышаныстабыҙ.
Сажидә НИЗАМЕТДИНОВА,
Сермән ауылы
хакимиәте башлығы.