

Тантаналы митингыла хөрмәтле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Миләүшә Сәлмәнова, район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Михаил Посаженников, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары Айнур Тайыпов, Шығай мәктәбе директоры Диләфрүз Әбүталипова, ветеран-уҡытыусы Рамил Шәрәфетдинов ҡатнашты.
Уларҙың барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән атай-олатайҙарҙың, тыл ветерандарының ҡаһарманлығын данланы, ауыл халҡына, йәш спортсыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Митинг һуңында Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәргә веноктар һалынды.
Ауылдың үҙәк урамында уҙған эстафета һәр ваҡыттағыса көсөргәнешле барҙы. Дистанцияның дөйөм оҙонлоғо 4600 метр тәшкил итһә, тәүге этапта ҡатнашҡан спортсылар үргә табан 550 метр арауыҡҡа йүгерҙе.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса, төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында Үткәл - I, Сосновка - II, Исмаҡай мәктәбе III урын яуланы.
Урта мәктәптәр араһында Инйәр ауылының 1-се мәктәбе (1-се команда) - I , Сермән мәктәбе - II, Инйәр ауылының 1-се мәктәбе (2-се команда) III урын менән баһаланды.
Ҡала командалары араһында 17-се гимназия - I, Белорет күп профилле һөнәри колледжының 1-се командаһы - II, 2-се командаһы III урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ командаларын алғы һыҙатҡа сығарған тәүге этаптың көслө еңел атлеттары - Арыҫлан Ғәйфуллин (Үткәл мәктәбе), Илнар Ғәлимшин (Сермән мәктәбе), Семен Киселев (17-се гимназия) беренсе урындар менән билдәләнделәр.
Иң яҡшы тренерҙар тип Рузидә Ғәйфуллина (Үткәл мәктәбе), Вәли Шәрипов (Инйәр мәктәбе) һәм Гөлсирә Гневнова (17-се гимназия) нарыҡланды.
Барлыҡ еңеүселәр Почет грамоталары, миҙалдар һәм Кубок менән бүләкләнде.
Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың һәм башҡа яугирҙарҙың батырлығын данлаған традицион еңел атлетика эстафетаһы рухи күтәренкелек, сәм уҙҙы.