9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Мая , 07:10

Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу

Тормоштарындағы иң ҡәҙерле һәм иң мөһим ир-егеттәре Тыуған илен һаҡлағанда, ишле ғаиләнең бер табын артында йыйылыуы, йылы осрашыуҙар һирәк эләгә. Шулай ҙа яңыраҡ ҙур һәм татыу ғаиләгә ошондай осрашыу насип булды. Ғаилә башлығына командованиеһы тарафынан ҡыҫҡа ваҡытлы ял бирелде. Ошо форсаттан файҙаланып, яугир атаһын һәм ҡәҙерле әсәһен, һеңле-апайҙарын, туғандарын күрергә тип улдары ла ҡайтып төштө. Сит илдә тормош ҡорған кинйәбикәләре лә тыуған ауылына ҡайтып, яҡындарын һөйөндөрҙө. Ҡыуаныстарын күрһәгеҙсе!.. Ниһайәт, ғаилә аҙға ғына булһа ла бергә йыйылды. Хужабикәнең ире һәм улы өсөн борсолоуҙары бер мәлгә генә булһа ла онотолоп торҙо…

Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяуИр бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу
Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу

Ғаилә башлығы Раян Исмәғил улы, шул уҡ “Мулла” позывнойлы яугир, күп йылдар Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Махсус хәрби операция башланып, Украина неонацистары илебеҙгә хәүеф менән янағанда “Мулла” ла ситтән генә күҙәтеп тороуҙы хуп күрмәй һәм 2023 йылдың сентябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ике аҙнанан һуң улдары - Санкт-Петербургтың Жуков һәм Ленин хәрби орденлы Советтар Союзы маршалы С.М. Буденный исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы элемтә академияһын тамамлаған  прапорщик, Мурманск өлкәһендәге хәрби частарҙың береһендә хеҙмәт алып барған Әлим Исҡаҡов та алғы һыҙыҡҡа юллана. Бөгөн “Башка” Донецк йүнәлешендәге взводтарҙың береһендә элемтә начальнигы вазифаһын лайыҡлы башҡара. 
Гвардия старшинаһы “Мулла” тәүҙә Луганск йүнәлешендәге артиллерия полкында, әле Запорожье йүнәлешендә, гвардия дивизияһының 70-се полкында хеҙмәт итә. Яуаплы, тәжрибәле яугир яңыраҡ взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Тиҫтәләгән FPV-дронын һәм “Mavic” пилотһыҙ осоусы аппаратты  бәреп төшөргән яугир фронтта яраланһа ла, реабилитациянан һуң йәнә махсус хәрби операция зонаһына әйләнеп ҡайта. Башҡорт милләтенә генә хас ҡыйыулыҡ, етеҙлек, сыҙамлыҡ ҡурҡыу белмәҫ яугирға дошман тылында 130 көн үткәреп, уның үтәгән ғәмәлдәре Малая Токмачка тораҡ пунктын азат итеүҙә ярҙам иткәйне.  “Мулла” дүрт айҙан ашыу дошмандың күҙ алдында тиерлек һыуһыҙ, утһыҙ йәшәй, уға аҙыҡ-түлекте лә дрондар ярҙамында ташыйҙар. Элемтәнән дә тик рация ғына. Дошман уны оҙаҡ ваҡыт асыҡлай алмай. Хеҙмәттәштәренә “Мулла” һыу ебәрмәҫкә ҡуша, сөнки ул ауыр йөк. Солярканан бушаған канистрға  ямғыр һыуы йыйып эсә. Дошман һалдаттары яҡында булғанда, “Мулла” кеҫәһенә граната һалып йөрөтә, сөнки барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Уның грамоталы корректировкаһы ярҙамында Рәсәй Ҡораллы Көстәре яугирҙары дошмандың ут нөктәләрен теүәл асыҡлай ала һәм яңы позициялар яулауға өлгәшә. Ниһайәт, командованиенан әйләнеп ҡайтыу бойороғо килә. Старшина оҙон юлға ла ныҡлы әҙерләнә, күнекмәләр эшләй. Һәм, томанлы бер көндө һайлап, дрондарға ҡаршы япма ябынып, юлға сыға. Юлда “ҡошсоҡ”тар ҙа осрай, 300 метр йыраҡлыҡта “Баба-Яга” ла төшә, урман һыҙатында миналар ҙа күп була.
“Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, командирым ҡосаҡлап алды, үҙем дә ҡыуанысымдан саҡ иламайым. Тиҙерәк өйгә шылтыратып, яҡындарымды ҡыуандыраһым килде. Ирҙәре, улдары махсус хәрби операцияла булған ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә сабырлыҡ бирһен. Тормош иптәшемә лә икеләтә ауыр - ул минән дә, улыбыҙҙан да көн һайын хәбәр көтә. Ҡатыным менән беҙгә бәхетле киләсәк, именлек теләйем. Аллаһ бирһә, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ”, - ти II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм II дәрәжә “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән яҡташыбыҙ.
Эйе, тормош иптәшен, улын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡан Гөлсөм Әмин ҡыҙына икеләтә ауыр. Әлеге мәлдә доғалары ла, ҡалдырмай уҡыған намаҙы ла тик һуғышта йөрөгәндәр өсөн генә.
“Яман уйҙарға бирелергә тырышмайым. Ҡылған доғаларым да тик ҡәҙерле кешеләремә йүнәлтелгән. Балаларым, ейәндәрем, яҡындарым иғтибарһыҙ ҡалдырмай, улар булғанда күңелгә тыныс. Һәм яратҡан, күңелгә йыуаныс килтергән шөғөлөмдө ҡулыма алам. Милли биҙәүестәр эшләйем, өҫ һәм баш кейемдәрен биҙәйем. Былар барыһы ла мәҙәниәттән, символиканан һәм тәбиғәттән рухландырылған үҙенсәлекле этно-стилдә эшләнә. Минең өсөн был әйбер генә түгел, ә тарих, кәйеф һәм энергия”, - ти тырыш хужабикә.
Инйәрҙә йәшәгән Гөлсөм һәм Раян Исҡаҡовтар дүрт ҡыҙға һәм бер улға ғүмер, матур тәрбиә биргән. Ҙур һәм татыу ғаилә йылдан-йыл арта, ишәйә, ҡыҙҙар ҙа тормош ҡороп, атай-әсәйенә ейәндәр бүләк иткән. Ул һәм ҡыҙҙары ла ғаилә башлыҡтарына оҡшап тырыштар, бөтмөрҙәр, ниндәй генә эшкә тотонмаһындар барыһын да булдыралар. Ауылдары өсөн изге ғәмәлдәр ҙә ҡылған аталы-уллы Исҡаҡовтар.      
“Кешенең тән ағзаларының барыһы ла тиерлек парлы, ә бына йөрәк берәү генә. Мөһим ағзаның икенсе яртыһы ҡайҙалыр йөрөй, уның да ише булһын өсөн үҙ парыңды табырға кәрәк. Тимәк, ҡайҙалыр насип иткән үҙ парың бар. Йөрәгең менән эш ит, аҡылыңа һылтанма тигәндәре лә шунандыр. Аллаһҡа шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ишен табып, матур донъя ҡорҙолар”, - ти тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алып ҡы-
уанған Гөлсөм Әмин ҡыҙы.
Исҡаҡовтарҙың өлкән ҡыҙҙары Азалия Инйәр район мәҙәниәт йорто мөдире. Йәш һәм тырыш етәксе тормош иптәше менән Самира һәм Мәрйәм исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй.
Ашнаҡсы-кондитер һөнәренә эйә булған Алина хәситә, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәр эшләп кенә ҡалмай, аш-һыуға ла бик маһир. Үҙенең пирог-бәлештәре менән яҡындарын ғына түгел, Ҡырмыҫҡалы халҡын да ҡыуандыра. Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән тормош иптәше менән Әмилә исемле ҡыҙ үҫтерә. 
Өсөнсө ҡыҙҙары Мәҙинә иһә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә. Ҡатын-ҡыҙҙарға матурлыҡ өләшеүсе һылыу прическа буйынса стилист, яңы тормош ҡорорға йыйынған ҡыҙҙарҙы ғүмерҙәрендә бер генә була торған сараға әҙерләй. Нәзәкәтле итеп биҙәндереүҙән тыш, никах яулыҡтарын да ябындырырға ярҙам итә. Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында анестезиолог булып эшләгән тормош иптәше менән Йософ һәм Әмирхан исемле батыр улдар үҫтерә. 
Ғаиләләге берҙән-бер ул - Әлим иһә хәрби һөнәрен һайлаған. Был йәһәттән ике яҡтан да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр олатайҙары өлгө булғандыр, күрәһең. “Запорожье өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены - күрһәткән батырлығы, ҡыйыулығы өсөн бирелгән наградаларҙың береһе.  
Исҡаҡовтарҙың кинйәбикәләре Арина ла яңыраҡ тормош ҡорған, ул хәләле менән Кипрҙа төпләнгән.
Малайға тәрбиә биреп - ил, ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең, ти халыҡ мәҡәле. Бына тағы ла берәүе: ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу. Ҡайһыһын ғына алһаң да, ҙур һәм татыу Исҡаҡовтар ғаиләһенә тура килә. Ысынлап та, шулай. Бөгөнгө көндә илебеҙ күген һаҡлаған аталы-уллы Исҡаҡовтар ир баланың атаһына таяу булыуын да, тырыш ғаиләнең ҡыҙҙары өй эсендә буяу ғына түгел, балалар үҫтереп, милли кәсептәрҙе тергеҙеүе нәҡ милләт тәрбиәләүен иҫбатланы ла.      

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас