

Республиканың күп милләтле халҡы исеменән төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә венок һалды. Мемориал алдында Мәңгелек ут яна.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын яңғырағандан һуң, тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Яугирҙарҙың үлемһеҙ батырлығы хөрмәтенә тантаналы марш менән Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге булған дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре үтте.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Күсимовтың бюстарына, тыл хеҙмәтсәндәре һәм «Десантсылар быуындары союзы» һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.
Артабан Радий Хәбиров Орджоникидзе районы ойошторған байрамдың тематик майҙансыҡтарында булды. Бында байрам концерты һәм патриотик акциялар үтә.
Тантана аҙағында төбәк етәксеһе Ғәзи Заһитов һәйкәленә сәскәләр һалды. Ул 2024 йылдың 9 майында Еңеү паркында асылғайны.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Еңеү көнөнөң үҫеп килгән быуын өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Күп ғаиләләрҙең балалар менән бергә килеүен күрәм. Был дөрөҫ – улар барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһендәр һәм байрамға ҡушылһындар. Был бит уларҙың да хәтере, үҫеп еткәс, балаларына тапшырасаҡтар, – тине Башҡортостан Башлығы. – Еңеү көнө – ул ветерандар йәки хәрбиҙәр өсөн генә сара түгел, ул халыҡ байрамы. Мин дә бөгөн улдарым менән килдем, уларға бында бик ҡыҙыҡ.