

Тантаналы сарала Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ватан һаҡсыларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
– Республика халҡы һәр ваҡыт лайыҡлы алышҡан, һәм беҙ уларҙың батырлыҡтарын онотмаҫҡа тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Башҡортостанда 58 фронтовик, 98 мең һуғыш осоро балаһы йәшәй, Афғанстандағы һәм Чечнялағы ҡораллы конфликт ветерандары быуыны бар, ә хәҙер махсус хәрби операция ветерандары сафы барлыҡҡа килә. Беҙҙең бурыс – уларға ярҙам сараларын киңәйтеү, ғаиләләрен хәстәрлек менән уратып алыу.