

Ҡаланың Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә урынлашҡан 1281-се һайлау участкаһында халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк әүҙем һайлай.
- Айырыуса оло быуын, урта йәштәгеләр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай. Ғаиләләре менән килеүселәр ҙә юҡ түгел, - ти һайлау участкаһының комиссия рәйесе урынбаҫары Елена Анатольевна Машковцева.
Эйе, яуаплылыҡ, теүәллек, күндәмлек йәһәтенән өлкән йәштәгеләргә етеүсе юҡ. Галина Мулюкина ла, ана, һаулығына бәйле сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, һайлау участкаһына тәүгеләрҙән булып килеп еткән. Хәтһеҙ йылдар район элемтә узелында электромонтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ханым илдең киләсәге хәл ителгән мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалыуҙы хупламай. “Һәр кем үҙ тауышын бирергә тейеш. Элегерәк һайлауҙарға тормош иптәшем менән бергәләп йөрөй торғайныҡ, ул да үҙенең гражданлыҡ бурыстарына үтә яуаплы ҡараны. Хәҙер, ана, балаларыбыҙ ҙа бер һайлауҙы ла ҡалдырмай”, - ти Галина Львовна.
Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының III курс студенттары, волентерҙар - Анастасия Дорошенко менән Анастасия Берсина һайлауға килеүселәрҙе ихлас сәләмләп, “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашырға саҡырып торалар. “Һайлау участкаһында волонтер булып тәүгә ҡатнашыуыбыҙ, бер аҙ тулҡынландырһа ла, кешеләр менән аралашыу бик оҡшай”, - ти һылыуҙар нурлы йылмайып.