-9 °С
Болотло
Рәсәй төбәктәренә бөтәһе 1,44 миллиард һум йүнәлтелә.
Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Был аҡса балаға өс йәш тулғанға тиклем ғаиләләргә айлыҡ түләүгә йүнәлтелә. Түләүҙең суммаһы төбәккә бәйле, балалар өсөн йәшәү минимумына тиң. Рәсәйҙә ул уртаса 11,3 мең һум тәшкил итә.
Өҫтәмә аҡса 17 төбәккә йүнәлтелә, был тағы 12,5 мең баланы пособие менән тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш.
«Быйыл ошондай түләүҙәргә федераль бюджеттан бөтәһе 58 миллиард һум самаһы ҡаралған. Хөкүмәт артабан да ишле ғаиләләргә ярҙам итәсәк», – тине Михаил Мишустин 22 июлдә уҙған Хөкүмәт ултырышында.